Имтиханһыҙ уҡыуға инеү менән бергә, ай һайын 58 мең һум күләмендә стипендия. Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы еңеүселәре Өфө фән һәм технологиялар университетына имтиханһыҙ уҡырға ҡабул ителә. Былтыр бындай мөмкинлек менән 10 уҡыусы файҙаланған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Төньяҡ-Көнсығыш Олимпиада еңеүсеһенә диплом менән миҙал. Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры ҡулынан алынған таныҡлыҡ юғары уҡыу йортона имтиханһыҙ инеү мөмкинлеген бирә. Өсөнсө дәрәжә дипломға эйә булған Белорет районынан Рамаҙан Сөләймәновҡа ла уңыш йылмайҙы.
Быйылғы олимпиадала 900-ләп мәктәп уҡыусыһы һайлап алыу этабында ҡатнашҡан. Икенсе этапҡа үткән 363 кешенең 80-е еңеүсе һәм призер тип табылған.
Әйткәндәй, Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында Өфө фән һәм технологиялар университеты өсөнсө йыл ҡатнаша. Федераль кимәлдә ойошторола башланған осорҙа уҡ Башҡортостандағы юғары уҡыу йорто беренселәрҙән булып ҡушыла. Ул саҡта олимпиада әгәр алты университетта ғына тормошҡа ашырылһа, бөгөн ул 48 тел буйынса үткәрелә.
Азат Ғәлиуллин



