Алғы һыҙыҡҡа юғары үтеүсәнле автомобиль. «Барыһы ла еңеү өсөн!» лозунгы Башҡортостан халҡының йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән.
Агросәнәғәт ойошмалары ремонт-хеҙмәтләндереү ассоциацияһы Ватан һаҡсыларын УАЗ «Буханка» менән тәьмин иткән. Техника ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Костер» ҡушматлы яугирҙың шәхси һорауы буйынса һатып алынған. Уның асҡысы яугирҙың ҡулына тапшырылды һәм ул ялдан һуң машинала үҙе йөрөйәсәк. Был яҡташыбыҙҙың быйылғы йылдағы тәүге отпускы. 56 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, замандашыбыҙ үҙ теләге менән фронтҡа юллана, ҡыҙыу нөктәләрҙә алған тәжрибәһе лә ярайһы була. «Беҙҙең полк бөтә кәрәк-яраҡ менән дә тәьмин ителгән, республикаға, уның етәкселегенә рәхмәтлебеҙ», - ти яугир. УАЗ автомобиле яҡын көндәрҙә сираттағы гуманитар конвой менән махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыласаҡ.






