Ғафури районында Рәсәй Геройы Андрей Мигунов хөрмәтенә бюст һәм мемориаль таҡтаташ асылды

Ғафури районында Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә Рәсәй Геройы Андрей Мигунов хөрмәтенә бюст һәм мемориаль таҡтаташ асылды. Тантаналы сара Красноусол ауылында үтте.

Андрей Павлович Мигунов Афғанстанды үтеп, оҙаҡ йылдар Ғафури районы хәрби комиссариатын етәкләй. Мемориаль таҡтаташ Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пункты стенаһына, ә бюст геройҙар аллеяһында ҡуйылды.

Андрей Павлович үҙ ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлай. Бай хәрби тәжрибәһен үҙе етәкселек иткән Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальонының 31-се Башҡортостан мотоуҡсылар подразделениеһы яугирҙарына тапшыра. Уның батырлығы, ҡаһарманлығы һәм Ватанға һөйөүе барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора. Геройҙың тол ҡалған ҡатыны Любовь Александровна Мигунова менән «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы командаһы һәр ваҡыт бәйләнештә, ғаилә бөтә ярҙам саралары менән тәьмин ителә. Рәсәй Геройы Андрей Мигунов иҫтәлеген мәңгеләштереү сараһында яуҙаштары ла ҡатнашты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ