Стәрлетамаҡта газ шартлауҙан зыян күргәндәр өсөн ярҙам үҙәге булдырылған

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул 33-сө мәктәптә урынлашҡан. Халыҡҡа психолог һәм юрист ярҙамы күрһәтелә. Шулай уҡ туҡланыу пункты бар. Ленин урамындағы 35-се йортта зыян күргәндәр өсөн ваҡытлыса йәшәү урыны асылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, даими эшләгән оператив штаб булдырылған. “Ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны:  8(347) 248-12-84. Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Стәрлетамаҡта 9 ҡатлы күп фатирлы йортта газ- ҡатнашмаһы шартлаған. 1 ҡатын һәләк булған, 7 кеше зыян күргән, уларҙың икәүһе балалар. Йортта йәшәгән 80-гә яҡын кеше хәүефһеҙ урынға сығарылған.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта газ шартлауҙан зыян күргәндәр өсөн ярҙам үҙәге булдырылған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ