Асҡын районынан өс ир-егет махсус хәрби операцияға юлланды

Улар Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Бөгөн яугирҙәрҙе оҙатыу сараһы үткән. Унда Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов  ҡатнашҡан. “Төй, Ҡубыяҙ һәм Урмияҙ ауылында йәшәгән ысын ирҙәр алғы һыҙыҡҡа китергә ҡарар итте. Ике яҡташыбыҙҙың хәрби тәжрибәһе бар. Асҡын халҡы Ватан һағына баҫҡан батыр һәм ҡыйыу ир-егеттәр менән ғорурлана. Бөгөн оҙатҡан һалдаттарыбыҙға рәхмәт әйтәбеҙ, уларға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Егеттәрҙе Еңеү менән көтәбеҙ”, - тип яҙған telegram-каналында Динис Йосопов.

Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ниәтләгән ир-егеттәр 117 телефоны буйынса шылтырата ала. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8(347) 218-19-19. Республикала яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә 30 төр ярҙам сараһы ҡаралған.

Фото №1 - Асҡын районынан өс ир-егет махсус хәрби операцияға юлланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ