Мөмкинлеге сикләнгәндәр GSM-модулле ҡоролмалар менән тәьмин ителә

Проект Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Прибор ишетеү һәм күреү һәләтенән мәхрүм ҡалған 1-се төркөм инвалидтары, шулай уҡ йөрөй алмаған кешеләр йәшәгән йорттарға ҡуйыла. “Благовещен, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Тәтешле райондарында һынау үтә. Был биләмәләрҙә аталған категорияға ҡараған 1 мең 347 кеше йәшәй.  Прибор һәм сим-картаның хаҡы уртаса 6 мең ярым һум була”, - тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.  Йортта төтөн сыҡҡан осраҡта янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы тауыш сығара. Тиҙ арала программаға индерелгән абоненттарға, шул иҫәптән янғын һүндереү бүлексәләренә смс-хәбәр ебәрә. Проектты тормошҡа ашырыу утта һәләк булғандарҙың һанын кәметеүгә булышлыҡ итә.

Фото №1 - Мөмкинлеге сикләнгәндәр GSM-модулле ҡоролмалар менән тәьмин ителә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ