Радий Хәбиров мутлашыусыларға ҡаршы көрәш башларға ҡушты

Башҡортостан етәксеһе ауыл биләмәләре башлыҡтарына мутлашыусылар менән көрәш башлау бурысын йөкмәтте. Бөгөн Радий Хәбиров “Патриот” паркында семинар уҙғарҙы. Ул телефон аферистарына бәйле хәлдәргә иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Уҙған аҙнала республикала йәшәүселәр билдәһеҙ иҫәптәргә 27 миллион һум аҡса күсергән. “Был аҡса туранан-тура Украина Ҡораллы Көстәрен тәьмин итеүгә тотонола. Халыҡ енәйәтселәр тоҙағына эләкмәһен өсөн даими аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Кеше фатирын һата, бер нимәһеҙ ҡала. Мутлашыусыларҙан зыян күргәндәрҙең енәйәт ҡылыу осраҡтары ла бар”, - тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров мутлашыусыларға ҡаршы көрәш башларға ҡушты

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр республика халҡы онлайн-аферистарға 3 миллиард һум самаһы аҡса күсергән.

Фото №1 - Радий Хәбиров мутлашыусыларға ҡаршы көрәш башларға ҡушты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ