Республикала хәүефле эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн яңы штраф индерелде. Эттәр йәмәғәт урындарында бауҙа һәм морондоҡта булырға тейеш. 14 йәшкә тиклемге балаларға бындай йорт хайуанын йөрөтөү тыйыла. Закон боҙған граждандарға 4-5, вазифалы кешеләргә 10-15, ойошмаларға 20-30 мең һум аҡсалата яза ҡарала. Ҡанун менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин.







