Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн министрлыҡ һәм ведомстволар, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән оператив штаб ултырышы уҙғарҙы. Унда энергетика, транспорт һәм сәнәғәт объекттарын терроризмдан һаҡлау мәсьәләһе ҡаралды. “Йылдың тәүге яртыһында был йүнәлештә мөһим ҡарарҙар ҡабул иттек. Бөгөн уларға йомғаҡ яһап, артабан маҡсаттар билдәләйбеҙ. Объекттарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү – төп бурыс, тине Радий Хәбиров. Ултырышта ҡатнашыусылар мөһим обьекттарҙы, диверсия-террористик һөжүмдән, шул иҫәптән пилотһыҙ осоусы аппараттарҙан һаҡлау буйынса фекер алышты.







