Башҡортостан хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 310 мең тонна сенаж, 38 мең тоннанан ашыу бесән һәм 3 мең тонна силос әҙерләнгән. Ауырғазы районында һутлы аҙыҡ туплау яҡшы ойошторолған. Бында 48 мең тонна сенаж запасы булдырылған. Илеш һәм Саҡмағош хужалыҡтарында ла эштәр көйлө бара. Сенаж өсөн борсаҡ, туҡранбаш, люцерна һәм бөртөклө культуралар сабыла.







