Радий Хәбиров һәм Светлана Чупшева республика эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың һәм Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева республика эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашты. Сарала Башҡортостанда бизнес алып барыу, ҡеүәтле инвесторҙарҙы йәлеп итеү шарттары юғары баһаланды.

Республика агентство тарафынан ойошторолған бөтә проекттарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Төбәктә инвестициялар йәлеп итеү йүнәлешендә етди эш алып барыла. Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында быйыл өсөнсө урынды алды. Был рейтинг төбәктәрҙең бизнес алып барыу өсөн булдырылған шарттарын баһалау буйынса төҙөлә. Стратегик башланғыстар буйынса федераль агентлыҡ генераль директоры Светлана Чупшева билдәләүенсә, Башҡортостан яңы проекттарҙы тәҡдим итеү һәм идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәйҙә лидер булып тора.

Эшҡыуарҙар менән осрашыуҙан тыш милли чемпионат финалистары бүләкләнде. Ике көн дауам иткән бәйгелә ҡатнашыусылар виртуаль компаниялар менән идара итеү, маркетинг, инвестиция проекттары менән сәғәш яһаны. Милли финалдың профессиональ лигаһында еңеүсе командаға Рәсәй исеменән Һиндостанда үтәсәк донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Ярыш эстафетаһын Башҡортостан 2023 йылдың июлендә Пермь крайынан ҡабул итеп, тәүге саралар ноябрҙә үк Халыҡ-ара бизнес аҙналығы исеме аҫтында үткәйне.

Мин Өфөлә беренсе тапҡыр һәм бик күп ыңғай тәҫьраттар кисерҙем. Ҙур, йылдам үҫешкән ҡала һәм эш шарттары ойошторолған. Башҡортостанда Рәсәй милли чемпионатының иң ҙур филиалы урынлашҡан.

Жоао Матосо Энрикеш, «Global management challenge» халыҡ-ара ойоштороу комитеты директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ