Өфө хосписы тарихы - изгелек һәм мәрхәмәтлек тарихы

Меңдән ашыу өлкәндәргә һәм балаларға учреждениеның үҙендә, 3 меңдән ашыу пациентҡа өйҙәрендә паллиатив ярҙам. Өфө хосписының бер йыллыҡ эшмәкәрлеген һандар теле менән ошолай сағылдырырға мөмкин. Әммә дауалай алмаҫтай сиргә дусар булғандар, яҡты донъялағы һәр көн өсөн көрәшкәндәр, йәшәүҙән төңөлгәндәр тураһында һүҙ барғанда статистика мәлүмәттәре икенсе планға ҡала. Иң мөһиме хоспис ауыр хәлгә тарығандарға күңел йылыһы өләшеп, иғтибар, хәстәр менән уратып ала. Паллиатив ярҙамға мохтаждар һәм изгелек һағында торғандар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Уңайлы инвалид коляскаһы, дауалау процедуралары, массаж, бассейн. Өфө хосписында үҙаллы хәрәкәт итә алмағандар, түшәктә ятҡандар өсөн бар шарттар тыуҙырылған. Әлиә Сәғитова бында улы менән икенсегә килгән, 7 йәшлек Артурға тыумыштан фалиж һуғыу диагнозы ҡуйылған. Ауырыу бала менән йәшәүҙән төңөлгән саҡтар була, бар донъя Артур тирәһендә әйләнә, бәләкәй ҡыҙыма иғтибар етмәй китә. Хоспистан йәшәүгә көс, ышаныс алып сығабыҙ, ти Әлиә Сәғитова.

Өфөлә хоспис Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлә. Башҡортостан башлығы объектты төҙөүгә ер бүлә һәм бизнесты, битараф булмаған кешеләрҙе ошо проектҡа ҡушылырға инандыра. Әлбиттә, йәмәғәтселек араһында ҡаршы сығыусылар ҙа, низағ тыуҙырыусылар ҙа табыла. Әммә ошо бер йыл эшмәкәрлектән генә, беҙ был объектҡа ихтыяждың күләмен күҙ алдына килтерә алабыҙ. Бөгөнгө көндә республикала дауалап булмаҫлыҡ сирҙәр менән 23 мең өлкән кеше һәм 680 бала иҫәптә тора. Өфө хосписы улар өсөн мәрхәмәтлелек, хәстәрлек утрауы.

Өфө хосписы 60 урынға иҫәпләнгән, өлкәндәр бүлексәһендә 40, балаларҙыҡында 20 палата. Шарттар өйҙәге һымаҡ, ә хеҙмәткәрҙәр һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға, күңел йылыһы менән бүлешергә әҙер.

Хоспис тәртип ҡаты ҡуйылған медицина учреждениеһы түгел. Бында пациенттың теләге тәүге урынға ҡуйыла. Яҡындарыңды тәүлек әйләнәһенә ҡабул итәһеңме, яныңа яратҡан этең менән бесәйеңде алаһыңмы йәки таң ҡаршыларға сығаһыңмы бөтәһе лә үҙеңдең ихтыярыңда. Палаталар бөтәһе лә беренсе ҡатта урынлашҡан, һәр береһенән ихатаға сығырға мөмкин. Бында хатта балалар ҡаласыҡтары ла инклюзив, бәүелсәктәргә инвалид коляскаһында ла күтәрелергә була.

Хоспистың төп хазинаһы үҙ эшен яратҡан кадрҙар. Әммә бында медицина хеҙмәткәре булыу ғына етмәй, кешелек сифаттары ла талап ителә. Наилә Ҡудашева хосписта беренсе көндән эшләй, кешенең ғүмерен оҙайтырға дарыуҙар ғына түгел, яҡты йөҙ ҙә, йылы һүҙ ҙә ярҙам итә, ти Наилә Наил ҡыҙы.

Өфө хосписында әлеге ваҡытта 120 кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, был учреждение кешегә ғүмерҙең, һаулыҡтың ҡәҙерен белергә, зарланмаҫҡа өйрәтә. Үлем менән күҙгә-күҙ осрашыу, һәр һулышыңдың һуңғыһы булыу ихтималлығын аңлау донъяға ҡарашты үҙгәртә.

Өфө хосписына бер йыл. Ә бындағы яҙмыштар буйынса бер нисә томлыҡ роман яҙырға мөмкин. Мәҫәлән, баҡсала генетик сирҙән вафат булған үҫмер иҫтәлегенә алмағас үҫә. Уны улдарының һуңғы көндәрен бәхетле, ауыртыныуһыҙ үткәреүенә рәхмәт йөҙөнән ата-әсәһе ултыртҡан. Һәм ошондай тарихтар бихисап. Аяныслы, әммә Өфө хосписына оло рәхмәт тойғоһо менән.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ