Был көндө 80 йыл элек Ҡыҙыл армия Минск ҡалаһын Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында немец оккупацияһынан азат итә. Ошо ваҡиға айҡанлы Өфөләге Еңеү паркында Беларусь һәм Башҡортостан республикалары делегацияһы «Мәңгелек ут» ҡа сәскә һалды. Делегация араһында рәсми вәкилдәр, почетлы ҡунаҡтар, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары ағзалары бар ине. Сара Минск ҡалаһын азат итеүселәрҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыу тантанаһы менән тамамланды.






