Башҡортостан йылғадарында һыу инеүҙе тыйҙылар

Башҡортостанда йылғадарында һыу инеүҙе тыйҙылар, шул иҫәптән рәсми пляждарҙа ла һыу инергә ярамай. Яуым-төшөм күп булғанлыҡтан йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелгән. Республиканың Благовещен, Дыуан, Ишембай, Мәләүез, Нуриман райондарында пляждар ябыҡ. Өфө һәм Салауат ҡалаларында ла шул уҡ хәл. Һыу инеүҙе тыйыу - мәжбүри сара, тип аңлаталар Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. Йылғалар кимәле күтәрелһә, ағым тиҙлеге арта, һыу аҫтында сүп-сар булыуы ихтимал. Быларҙың барыһы ла һыу сифатын насарайта һәм ял итеүселәрҙең ғүмеренә хәүеф тыуҙыра.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ