Ул Урал Закиров фермер хужалығы базаһында ойошторолдо. Семинарҙы үткәреү урыны осраҡлы һайланмаған. Урал Закиров «2023 йыл фермеры» номинацияһы еңеүсеһе. Семинарҙа тармаҡ белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илмир Ҡотоев мал аҙығы әҙерләү кампанияһы осорона аграрийҙарға төп бурыстарҙы билдәләне.Һәр хужалыҡта 28 мең тоннанан ашыу бесән, 3 мең тоннаға яҡын һалам әҙерләү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта 1000 гектарҙан ашыу майҙанда үлән сабылған. Күсмә семинар барышында аграрийҙар һөнәри оҫталығын да күрһәтте.Тәжрибә уртаҡлашыу фермерҙарға мал аҙығы әҙерләүҙә уңышлы һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкинлеген бирәсәк тип күҙаллана. Семинарҙа ҡатнашыусылар шишмә тирәһен йәшелләндереүгә лә ҡушылды.






