Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән ҡымыҙ бешеүселәр өсөн ҡыҙыу миҙгел. Баймаҡ районы Ҡаратал ауылынан Хәмитов крәҫтиән- фермер хужалығы йәйләүгә сығып ҡымыҙ бешә. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
Илнур Хәмитов 7 йыл элек крәҫтиән-фермер хужалығын аса һәм башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетә. 2019 йылда Татлыбай ауылының йәйләү урынын ала. Эш башлаған осоронда йүнсел “Агростартап” программаһында ҡатнашып грантҡа өлгәшә. Былтыр ҡустыһы Илназ менән агротуризм буйынса ла дәүләттән ярҙам ала. Киләсәктә улар Ирәндек тауҙары буйлап туризмды үҫтерергә ниәтләнә.
Ҡымыҙға һорау ҙур. Ҡырҙа үлән шәп булғас көнөнә 130-150 литр һөт һауыла. Әле йәш ҡолонло бейәләр ҙә күп, уларҙы айырыу менән һөттөң күләме тағы ла артасаҡ. Әлмира Иҙелбаева хужалыҡта дүртенсе йыл һауынсы булып эшләй. Үҙ эшенең оҫтаһы күптән бейәләрҙең холоҡ-фиғелен өйрәнгән, шифалы эсемлекте етештереү буйынса ла бар нескәлектәрҙе белә.
Баймаҡ районы игенселек, малсылыҡ тармағы менән генә түгел республикала ҡымыҙ етештереү буйынса ла алға киткән. Хужалыҡтар уның бер нисә төрөн етештереп һатыуға сығара. Хәмитовтар бешкән ҡымыҙҙы ла халыҡ яратып өлгөргән. Сөнки сифатлы милли эсемлек бар талаптарға ла яуап бирә.
Раушания Рәхимова






