Көйөргәҙе районы спорт туризмын үҙ итеүселәрҙе бергә йыйҙы

Дүрт көн дауам итәсәк сарала ҡатнашыусыларҙың тиҫтәләп төр һынау көтә. Уның һөҙөмтәһендә айырым команда төҙөләсәк һәм улар «Туриада» Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғын яулай. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Руслан Ғәлин спорт туризмы менән күптән шөғөлләнә. Замандашыбыҙҙың республика ярыштарындағы еңеүҙәре күп. Сираттағы уңыш артынан бөгөн ул Салауат районы исеменән сығыш яһай. Әйткәндәй, милли батырыбыҙҙың тыуған төйәгенән килгән команда Кинйә абыҙ ерендә беренсегә ҡатнаша.

Көйөргәҙе ере бөгөн республиканың тиҫтәнән ашыу район-ҡалаһын бергә йыйҙы. Сараға тиклем улар үҙ төбәктәрендә һайлап алыу этабын да ойошторған. Әбйәлилдәр мәҫәлән, аҙна-уң көн элек турслет уҙғарып, бөгөн район намыҫын республика кимәлендә яҡлай.

Әбйәлилдән улар йырлы сәләмен дә еткерҙе. Ойоштороусыларға һәм килгән ҡунаҡтар иғтибарына төбәктә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр мәнфәғәтендә башҡарылған проекттар тәҡдим ителде. Баһалама ағзалары палатка лагерын айырым иғтибарға алды. Ул да шулай уҡ конкурстың бер өлөшө ине.

Шул уҡ ваҡытта Дыуан районы командаһы үҙҙәрен һәүәҫкәр альпинизмда һынаны. Быға улар әҙерлек аша үтеп килгән. Шуға ла ярыш та еңел бирелде. Ҡатнашыусылар тауға ла күтәрелде, Аҫта судьялар спортсыларҙың альпинизм ҡоролмалары менән дөрөҫ эш итеүҙәрен баһаланы.

Һуңғы көндәрҙә республика төбәктәрендә яуған ҡойма ямғырҙар эҙһеҙ үтмәне. Шул иҫәптән Ағиҙел йылғаһына ла. Шуға ҡарамаҫтан был турслет ойоштороусыларына һыу туризмын үткәрергә ҡаршылыҡ булманы. Дүрт көн дауам иткән ярыштарҙа иң-иңдәр билдәләнәсәк. Улар айырым командаға тупланып Башҡортостан исеменән Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғын яулай .

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ