Иглин районы дүртенсегә Бөтә Рәсәй парашют спорты фестивален уҙғарыу майҙансығына әүерелде. Һәүәҫкәрҙәр һәм профессионалдар күктә сағыу акробатик номерҙар күрһәтте.
Шулай уҡ фестивалдә республика райондарынан жокейҙар һәм юртаҡтар бәйгеһе үткәрелде. Ҡунаҡтар һәм туристарға һөнәрселәр йәрминкәһе, сауҙа рәттәре ойошторолдо. Әүҙем ял яратыусылар спорт уйындарында ҡатнашты. Ирекмәндәр махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам акцияһын ойошторҙо. Маскировка селтәрҙәре, разведчиктарға, снайперҙарға һаҡланыу костюмдары етештереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре эшләне.



