Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Илеш районынан эшҡыуар менән таныштырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Илеш районы Рсай ауылынан эшҡыуар Ризида Ноғоманова менән таныштырҙы. Ханым - төбәктә билдәле сыр етештереүсе, «Башҡортостан продукты» проекты дипломанты. 2022 йылда хаҡлы ялға тиклем Ризида Сәғит ҡыҙы география уҡытыусыһы булып эшләй, һуңынан сыр бешереү менән шөғөлләнергә ҡарар итә.

Ғаилә һәм ҡунаҡтар уның сырҙарын маҡтай, ә хобби яйлап бизнесҡа әйләнә. Ризида Ноғомановаға цех асыу һәм яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Ул үҙенең проектын райондың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тәҡдим итте, һатып алынған ҡорамалдарға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алды. Хәҙер йүнселдең предприятиеһы уңышлы үҫешә. Үҙ эшеңде төрлө йәштә башларға була. Республикала ярҙам саралары күп, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ