Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана ЧупшеваӨфөнөң Аксаков исемендәге баҡсаһы менән танышты. Экскурсияны Радий Хәбиров үткәрҙе.
Республика етәксеһе биләмәне төҙөкләндереү эшенең былтыр апрелдә башланыуы, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә алып барылыуы хаҡында һөйләне. Аксаков исемендәге баҡса мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларына ҡарай. Шуға күрә архитекторҙар ошо биләмәнең тарихи зоналарын һәм объекттарын һаҡлап ҡалдырған. Радий Хәбиров Светлана Чупшева менән тарихи аллея буйлап үтте, йәйге амфитеатрҙы, ваҡиғалар майҙансығын, балалар өсөн уйын комплексын ҡараны.
Федераль ҡунаҡ йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәрҙе ыңғай баһаланы. Бында барыһы ла Сергей Аксаковтың ижадына һөйөү менән башҡарылған, тип билдәләне ул.






