Тыуған яҡҡа ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙарҙың ҡыҫҡа ваҡытлы отпускы тамамланды

Егеттәр бөгөн «Өфө-арена» спорт һарайы эргәһенән Республика тарафынан бүленгән уңайлы автобуста алғы һыҙыҡҡа юлланды. Яҡташтарыбҙҙың бөтәһе лә тиерлек махсус хәрби операция биләмәһенә 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса эләккән. Ялға икенсе тапҡыр ҙа, өсөнсөгә ҡайтҡандар ҙа бар. Егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә тәүлек ярым тирәһе бара. Алғы һыҙыҡта уларҙы яҡташ яугирҙар көтә. Автобус киләһе төркөмдө туғандары янына алып ҡайтасаҡ. Яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялда яҡындары менән күрешкән, хужалыҡ эштәрендә булышҡан. Алыҫ юлға улар хеҙмәттәштәренә тыуған яҡ сәләмен, күстәнәстәр алып сыҡҡан.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ