Бөгөн Өфө тимер юлы вокзалынан Республика биләмәһендә ойошторолған һуңғы эшелон Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Уның составында - Башҡортостандан йөҙгә яҡын йәш егет. Улар ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Яҙғы саҡырылышта Рәсәй Ҡораллы көстәрен Башҡортостандан 5 меңдән ашыу һалдат тулыландырыр тип көтөлә. Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йылайыр районынан 5, Баймаҡ ҡала һәм районынан 20 егет - ата-әсәләренең, туғандары, махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының фатихаһы менән әрмегә юлланды. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар араһында Йылайырҙан игеҙәктәр Нургиз менән Илгиз Моратовтар ҙа бар. Егеттәр Өфө яғыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филиалынын тамамлаған. Ҡулдарына диплом менән бергә улар әрмегә саҡырыу ҡағыҙы ла ала.
Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың ғәҙәти тәртибе ғәмәлдә: 365 көндән улар имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтасаҡ.
Ә был Өфөнөң тимер юлы туҡталышы. «Славянканың хушлашыуы» маршы аҫтында күтәренке рухта егеттәр вагондарға урынлаша. Көн эҫе, ә юл - алыҫ. Яңы хәрби хеҙмәткә алыныусы йөҙҙәрсә егет Чита ҡалаһына юллана. Улар ҡоро ер ғәскәрҙәренең төрлө частәрендә хеҙмәт итәсәк.
Хәрби комиссариаттан иҫкәртеүҙәренсә, яҙғы саҡырылыш кампанияһы махсус хәрби операция менән бер нисек тә бәйле түгел. Алдағы йылдарҙағы кеүек һалдаттар билдәләнгән ваҡытта өйҙәренә ҡайтарыласаҡ. Яҙғы саҡырылыш 15 июлгә тиклем дауам итә. Башҡортостан йылдағыса 5 меңдән ашыу һалдатты Рәсәй әрмеһе сафына оҙатасаҡ.
Азат Ғәлиуллин






