Кондиционерһыҙ эш бүлмәһендә һауа температураһы 28 градусҡа етһә, эш көнөнөң бер, 30 градустан артһа 4 сәғәткә ҡыҫҡартылыуы мөмкин. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Һауа температураһы 30 градустан юғары һәм уртаса ауырлыҡтағы эш башҡарылғанда сәғәтенә ярты литрҙан кәм булмаған һыу эсергә кәңәш ителә. Был һәр 20 минут һайын бер стакан. Кондиционер булғанда бүлмәләге температураны 24-25 градус кимәлендә тотоу мөһим, - тиелә күҙәтеү ведомствоһы белдереүендә. Синоптиктар фаразлауынса, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ 28-33 градус тәшкил итәсәк.






