Өфөлә Башҡортостан Урмансылары исемендәге паркты төҙөкләндереү дауам итә

Проект буйынса биләмәлә пикник зонаһын, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын яңыртыу ҡаралған. Күләмле эштәр быйыл апрель аҙағында башланып, сентябрҙә тамамланыр тип көтөлә. Әйтәйек, быйыл республикала 123 ял итеү зонаһы яңыртылғандан һуң файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Башҡортостан Урмансылары паркының дизайн-проекты баш ҡала халҡы тарафынан һайлап алына. Шул уҡ ваҡытта тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса биләмә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһына индерелә.

Башҡортостан Урмансылары исемендәге парк тулыһынса тигәндәй яңыра. Пикник зонаһында ғына ҙур үҙгәрештәр көтөләсәк. Йәйәүлеләргә лә, велосипедта йөрөргә яратыусыларға ла айырым һуҡмаҡ ҡаралған. Балалар майҙансығында ла заманса уңайлыҡтар тыуҙырыла. Тәү сиратта хәүефһеҙлек мәсьәләләре иҫәпкә алына.

Гөлшат Ғафарова, Өфөнөң ҡала дизайны үҙәге бүлеге етәксеһе

Радий Хәбиров республика башлығы вазифаһында эш башлағандан алып уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса аныҡ бурыстар ҡуя. «Йәмәғәт киңлеге сәғәте»ндә мәҫәлән, төбәк башлығы ҡатнашлығында даими тематик кәңәшмәләр үтә. Һуңғы 5 йылда Башҡортостандың тораҡ пункттарында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм реновациялау буйынса ҙур эштәр башҡарыла - парктар реконструкциялана, ял итеү һәм йөрөү өсөн яңы урындар барлыҡҡа килә. Былтыр мәҫәлән, баш ҡаланың 13 парк һәм скверында реконструкция эштәре үтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ