Бәхет-ул бергә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында ошондай исем аҫтында яңы проект башлана. Ул Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Быйыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы. «Башинформ» агентлығы проект сиктәрендә тормош һынауҙарына бирешмәгән, көслө рухлы кешеләр тураһында материалдар әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
«Бәхет-ул бергә» тормош, һынауҙар, изгелек тураһында . Ул « Рәсәйҙең эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары» йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ. Был «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының Башҡортостан башлығы грантына башҡарылған тәүге генә проекты түгел. Ошоға тиклем «Ярҙам-изге эштәр ваҡыты» проектында мәрхәмәтәле, изге күңелле кешеләр тураһында материалдар донъя күрҙе. Журналистар әйтеүенсә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың гранттары йәмәғәтселек өсөн әһәмиәтле темаларҙы яҡтыртырға ярҙам итә. Республика медиа тармағына бүленгән гранттың суммаһы 50 миллион һум, ул яңы үҙенсәлекле һәм мөһим проекттарға нигеҙ һалыр тип көтөлә.






