Тарихи үткәндәргә таянып, тыуғанлыҡ ептәрен нығытҡан байрам хаҡында киләһе яҙмала. Аҡъкгет ауылы хаҡында тәүге мәғлүмәт 1760-сы йылда теркәлгән. Аҡъегет-Уҙала Һарыһы (Урман Һарыһы) ауылы Ғәлиәхмәттән 10-12 саҡрым алыҫлыҡта, Рәнйән шишмәһе Кесе Уҙала йылғаһына ҡойған урында, Аҡбейек, Олотау, Ташлытау тауҙары менән уратылып, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан булған. 1850 йылдан алып Аҡъегет тип аталған. Үҫәргән ырыуының һарылар араһынан булған 6 нәҫел вәкилдәре ете быуынын ентекле өйрәнгән.
1859 йылда Аҡъегеттә 21 хужалыҡта 130-ҙан ашыу кеше йәшәгән. Ауыл артыҡ ҙурайып китә алмаған, ата йорто ишәйә башлаһа, үҙенең күп һанлы йәйләүҙәренә уландарын башҡа сығарыр булған. Шуға ла Аҡъегеттә өйҙәр һаны 60-тан, кешеләре 300-ҙән артып китмәгән. Абдуллиндар, Бағабуловтар, Билаловтар, Игебаевтар,Утраҡовтар, Исҡужиндарҙың тоҡомдары араһында йөҙөнсө тиҫтәһен ваҡлаған ағинәй Фәйзә Фәйзрахман ҡыҙы ла бар.
Аҡъегет перспективаһыҙ ауылдар исемлегенә индерелгәс, 1982 йылда иң һуңғы кешеләр Ғәлиәхмәт һәм башҡа ауылдарға күсеп китергә мәжбүр булған. Әммә ата-бабаларының кендек ҡаны тамған ерен Аҡъегеттәр онотмай. Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашҡан ҡаһарман атай-олатайҙары исемен 2020 йылда һәйкәл ҡуйып мәңгеләштергән. Сығыштары менән Аҡъегет ауылынан булған Байғабуловтар иһә ауыл янындағы Олотауға тимер арт-обьект урынлаштырған.
Малай-ҡыҙҙар зирәклектә, сослоҡта, етеҙлектә ярышты, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Йәш-елкенсәк бер-береһе менән танышып, дуҫлашып та өлгөрҙө. Батырҙар милли көрәш буйынса спорт мастеры Венер Исҡужин иҫтәлегенә арналған ярышта бил һынашты, көслөләр ҡолғаға үрмәләне, тоҡ менән һуғышты, мәргәндәр яндан уҡ тартты.
Аҡъегет ауылының нәҫел-быуындары усаҡ яғып, ҡаҙан аҫты, былау, бишмармаҡ бешерҙе, самауыр сәйе ҡайнатып, ҙур табын ҡорҙо. Бер-береһе менән күрешеп, аралашып, күңелдәре булғансы уйнап-көлөп, йырлап-бейеп, рәхәтләнеп ял итте. Шәжәрә байрамы аша ауылдаштар бергәләшеп үткәндәргә, атай-бабалары йәшәгән замандарға ҡайтҡандай булды.
Гүзәл Борханова






