Баймаҡ, Йылайыр райондары 25 егетен әрме хеҙмәтенә оҙатты

Яҙғы хәрби саҡырылыш кампанияһы аҙағына яҡынлаша. Баймаҡ, Йылайыр райондары 25 егетен әрме хеҙмәтенә оҙатты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Йылайыр районынан игеҙәктәр Нургиз менән Илгиз Моратовтар Өфө яғыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филиалында уҡый. Ҡулдарына диплом менән бергә улар әрмегә саҡырыу ҡағыҙы ла алалар.

Йылайыр районынан 5, Баймаҡ ҡалаһы һәм районынан 20 егет - ата -әсәләренең, туғандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарҙың фатихаһы менән әрмегә юлланды. Хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙың ғәҙәти тәртибе ғәмәлдә: 365 көндән улар имен-һау тыуған яҡтарына ҡайтасаҡ.

Яҙғы саҡырылыш кампанияһы 4 июлдә тамамлана. Урындағы хәрби комиссариатынан алынған 160-ҡа яҡын егет хеҙмәт итеү осоронда етди һынау уҙып, тәжрибә туплап, физик һәм рухи яҡтан да нығынып ҡайтасаҡ.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ