Башҡортостанда үҫмерҙәр өсөн ғилми-популяр турҙар эшләй башланы

Өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар өсөн маршруттарҙы Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары булдырған. Медицина, химия, физика кеүек фәнни йүнәлештәр буйынса барлығы 9 тур бар.

Бөгөн Өфөнөң бер нисә мәктәбе уҡыусылары "Сократ" тип исемләнгән гуманитар сәфәрҙә ҡатнашты. Улар өсөн Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораториялары, Раил Кузеев исемендәге этнология тикшеренеүҙәре институтында экскурсиялар ҡаралғайны. Киләһе сәфәргә Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сайтында яҙылырға мөмкин.

Сәфәрҙә беҙ ил һәм республика фән тарихы тураһында һөйләйбеҙ. Әйтәйек, беренсе тур медицина тарихына арналғайны. Балалар тематик майҙандарҙа булды. Ғөмүмән, был уникаль проект, тип әйтергә кәрәк. Башҡортостан ғилми-популяр туризм картаһында тәүгә барлыҡҡа килде.

Андрей Кулаков, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге директоры урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ