Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Илеш районынан үҙенсәлекле эшҡыуар тураһында хәбәр итте. "Рсай ауылынан Резидә Ноғоманова 2022 йылда хаҡлы ялға сыға һәм үҙ эшен булдырыуға тотона. Крафт сыры етештереү идеяһы менән ул район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Дәүләт яғынан һөт продукцияһын етештереү өсөн ҡоролмалар алыуға субсидия бүленә. Бөгөнгө көндә Резидә Ноғоманованың бизнесы әүҙем үҫешә. Ошондай тарихтар илһам бирә. Үҙ эшеңде башлау бер ҡасан да һуң түгел", - тип яҙған Радий Хәбиров.







