Ҡариҙел районының Хәлил ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, медицина учреждениеһы Хәлил, Яңы Аҡбүләк һәм Юлдаш ауылдарынан 350- нән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. ФАП заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Быйыл республикала 130-ҙан ашыу модулле медицина пункты төҙөү планлаштырыла.




