Тарих эҙҙәре буйлап. Өфө эргәһендәге Подымалов ауылы эргәһендә археологик лагерь ойошторолған. Унда өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа уникаль артефакттар эҙләй. Ғалимдар фекеренсә, экспедиция урыны Алтын Урҙа дәүере менән бәйле. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Йәйге каникул - ял ғына түгел, яңы асыштар ваҡыты ла. Бында улар аҙым һайын. Ерҙең һәр сантимеры уникаль артефакттар һаҡлай. Уларҙы эҙләп табыу өсөн төп асҡыс - көрәк. Үткәндәрҙә ҡаҙыныуға уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре лә үҙ өлөшөн индерә. Һәр табылған әйбер был урында йөҙҙәрсә йыл элек йәшәгән кешеләрҙең көнкүрешен тәрәнерәк өйрәнергә мөмкинлек бирә.
Ҡаҙыу эштәрендә йөҙгә яҡын кеше ҡатнаша. Уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм уҡыусылар тандемы менән экспедицияға юлланыу - тәүге тәжрибә, ти ойоштороусылар.
Экспедиция барышында бик күп тарихи әйберҙәр табылған. Уларҙың һәр береһенә документтар тултырыла һәм шунда уҡ өйрәнелә башлай. Бының өсөн ялан лабораторияһы эшләй. Табылдыҡтар киләсәктә музей экспозицияларын тулыландырасаҡ.
Бер аҙ өҫтәрәк ҡаҙыу эштәрен тарих факультеты студенттары алып бара. Улар, мәктәп уҡыусылары кеүек үк, барлыҡ эште ғалимдар етәкселегендә башҡара. Экспедиция урыны юҡҡа ғына һайланмаған, тап был урын Башҡортостан биләмәһендә Алтын урҙа эҙҙәрен һаҡлай. Тикшеренеүҙәр Евразия күсмә цивилизациялар музейын тулыландырыу проекты сиктәрендә үткәрелә. Бында табылған артефакттарҙың бер өлөшө буласаҡ учреждение экспозицияһында урын аласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова






