Мутлашыусыларҙан алданған кешеләр арта

Башҡортостанда уҙған тәүлектә мутлашыу осраҡтарына бәйле ҡырҡ енәйәт эше ҡуҙғатылған —енәйәтселәр  халыҡты 18 миллион самаһы һумға алдаған. Йәрмәкәй районында  аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан 39 йәшлек ханым  полицияға мөрәжәғәт иткән. Ялған банк хеҙмәткәрҙәре уға телефондан шылтыратып,  4 миллион һумға алдаған.  “Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәремен тип шылтыратһалар, трубканы һалығыҙ. Шуны онотмағыҙ: мутлашыусылар ялған номерҙар ҡулланыуы мөмкин”, — тип иҫкәртәләр  Республика буйынса  Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фото №1 - Мутлашыусыларҙан алданған кешеләр арта
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ