Башҡортостан юлдарында көндәр эҫе тороуға бәйле транспорт хәрәкәте сикләнә. Республика Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа температураһы 32 градустан артҡан осраҡта, асфальт юлдан йөк машиналары өсөн хәрәкәт тыйыла. Сикләү пассажирҙар йөрөтөү, аҙыҡ-түлек ташыу, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм авариялар эҙемтәләрен бөтөрөүгә йәлеп ителгән автомобилдәргә ҡағылмай.







