Башҡортостанда Республика башлығы янында йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм ирекмәнлекте үҫтереү буйынса координация советы булдырыла. Указ рәсми мәғлүмәт порталында баҫылған. Документҡа ярашлы, координация советы дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарының берлектә эшмәкәрлек алып барыу, йәштәр сәйәсәте, өҫтөнлөктө йүнәлештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү йәһәтенән ойошторола. Уға төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә йәмәғәт ойошмалары һәм берекмәләрен йәлеп итеү бурысы ҡуйыла. Советты Республика башлығы Радий Хәбиров етәкләй, составта Башҡортостан башлығы хаҡимиәтенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров, беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев, Спорт министры Руслан Хәбибов, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүләтбирҙин һәм башҡалар бар.







