Республика Башлығы Рәсәй география йәмғиәте вәкилдәре менән осрашты

Башҡортостан йәмғиәттең  федераль проекттарына әүҙем ҡушыла, ҡатнашыусылар һәм майҙансыҡтар һаны буйынса алдынғылар иҫәбендә. “Республика элекке Советтар Союзы биләмәһендә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО статусын алған “Янғантау” геопаркын булдырҙы.  Яңыраҡ унда “Салауат ере” тигән тарихи-мемориаль парк астыҡ. Ул архитектураһы, масштабы һәм дизайны буйынса үҙенсәлекле парк булып тора. Унда милли геройыбыҙ Салауат Юлаевҡа арналған объекттар күп”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. “Янғантау” геопаркы халыҡ-ара статус алырға ынтыла. Бөгөн ул халыҡ күп йөрөгән урындарҙың береһе. Башҡортостан етәксеһе ултырышта ҡатнашыусыларҙы Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәген асыу сараһына саҡырҙы. Сәфәр йорто иртәгә Шишмә районында файҙаланыуға тапшырыла.

Фото №1 - Республика Башлығы Рәсәй география йәмғиәте вәкилдәре менән осрашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ