Башҡортостан “Хәтер баҡсаһы” акцияһы һөҙөмтәләре буйынса иң әүҙем өс төбәк араһында. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ-ара сарала республика биләмәһендә 2 миллиондан ашыу ағас үҫентеһе ултыртылған. Изге эштә 133 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Акцияла Рәсәйҙең бөтә төбәктәре һәм 35 дуҫ ил ҡушылған.







