Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлынан йөрөүселәр арта. Өс айҙа трассанан үтеүселәр 37 процентҡа күбәйгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерҙеләр. Майҙа яңы юлдан 400 меңдән ашыу автомобиль үтһә, июндә был һан 456 меңгә еткән. Юлдан көн һайын 15 мең машина йөрөй. 1 апрелдән башлап 1 миллион 200 мең водитель ошо трассаны ҡулланған. Йома һәм шәмбе ҡаланан сыҡҡан транспорт ағымы көсәйә. Йәкшәмбе һәм дүшәмбе баш ҡалаға инеүеләр арта. Түләү өсөн һәр йүнәлештә 5 касса булдырылған.







