Бөгөн Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит үҙәге файҙаланыуға тапшырыла. Уны асыу сараһы ошо минуттарҙа башланып тора. Тиҙҙән Турахан кәшәнәһе янында Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы төҙөлә башлай. “Башҡортостан тағы ла бер ҡабатланмаҫ проект менән байыны”, - ти Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин.
Данир Ғәйнуллин белдереүенсә, киләсәктә кәшәнәләр һәм уның янындағы архитектура ҡомартҡыларын ЮНЕСКО исемлегенә индереү ҡарала.







