Патриотик йырҙар ярышында композиторҙар, йыр текстары яҙыусылар ҡатнаша ала. Приз фонды 1 миллион һум. Йыр конкурсы Рәсәй Геройы, 112-се башҡорт кавалрия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға һәм баш ҡаланың юбилейына арнала. Еңеүселәр өс номинацияла асыҡлана. Ғаризалар 31 августҡа тиклем ҡабул ителә. Йәш сикләүе юҡ. Конкурс положениеһы менән “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сайтында танышырға була. Ярым финал һәм финал 26, 27 августа Өфөнөң Совет майҙанында үтә.
Сара Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән ойошторола.




