Бөгөн Өфөләге Шаҡша күпере ике аҙнаға ябыла. Күперҙә 9 июлдән 24-енә тиклем машиналар хәрәкәте туҡтатыла. Ашығыс хеҙмәттәргә Князев паром кисеүе аша үтергә була. “Автоһәүәҫкәрҙәр Көнсығыш сығыу юлын файҙалана ала. Шулай уҡ электричкала йөрөргә була”, - тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенән. Шаҡша күперендә капиталь ремонт киләһе йылда тамамланырға тейеш.







