Өфө хосписына 1 йыл. Үҙенсәлекле учреждение былтыр 28 июндә асылды. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлдө. Республика етәксеһенең фекерен эшҡыуарҙар, ойошма һәм предприятиелар, битараф булмаған кешеләр хупланы. Хоспис Өфөлә уҙған Рәсәй-Беларусь төбәктәре форумы барышында файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу сараһында Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Валентина Ивановна учреждениеға сенсор бүлмәһен йыһазландырыу өсөн сертификат бүләк итте. Ул Башҡортостандың хоспис төҙөү буйынса уңышлы тәжрибәһен башҡа төбәктәргә таратыу кәрәклеге хаҡында шулай тип белдергәйне.
Бөгөн республикала дауалап булмаҫлыҡ сирҙәр менән 23 мең өлкән кеше һәм 680 бала иҫәптә тора. Өфө хосписы улар өсөн мәрхәмәтлелек, хәстәрлек утрауы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
Әлиә Сәғитова хосписҡа улы менән икенсегә килгән. 7 йәшлек Артурға тыумыштан фалиж һуғыу диагнозы ҡуйылған.
Өфө хосписы 60 урынға иҫәпләнгән, өлкәндәр бүлексәһендә 40, балаларҙыҡында 20 палата. Пациенттар өй шарттарында ярҙам ала. Хеҙмәткәрҙәр һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға, күңел йылыһы менән бүлешергә әҙер. Палаталар беренсе ҡатта урынлашҡан, һәр береһенән ихатаға сығырға була. Бында хатта балалар ҡаласыҡтары ла инклюзив, бәүелсәктәргә арбала күтәрелергә була.
Өфө хосписы - уңайлы һәм заманса паллиатив ярҙам комплексы. Ул медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙе, ирекмәндәрҙе, руханиҙарҙы берләштерә. Уларҙың барыһы ла ҡаты сирле кешеләргә йөрәк йылыһын өләшә. “Беҙ ауырыуҙарға ярҙам итеү, уларҙың тормошон еңеләйтеү маҡсатын ҡуябыҙ”, - ти хоспис хеҙмәткәре Наилә Ҡудашева.
Өфө хосписында 120 белгес эшләй. Шәфҡәт туташы Эльмира Ризванова бындай учреждениела күптән эшләргә хыялланған.
Өфө хосписы ҡаты сирле кешеләрҙең хәлен еңеләйтә. Уларҙың яҡындары өсөн дә терәк булып тора. Тимәк был учреждение мәрхәмәтлек һәм ярҙам үҙәге. Был үлем тураһындағы түгел, ә тормош хаҡындағы тарих.










