Был турала бөгөн Фәнни-технологик үҫеш буйынса кәңәшмә барышында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары ярҙамсыһы Антоний Швиндт белдерҙе. Федераль белгес республиканың фән йүнәлешендәге алдынғы башланғыстары менән танышты. Әйтәйек, Башҡортостанда ғына балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн грант системаһы эшләй. Ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән тормошҡа ашырыла. Ғөмүмән, белем биреүҙең бөтә кимәлдәрендә лә дәүләттән ярҙам күрһәтелә. Бынан тыш, йәш ғалимдарға гранттар тапшырыла, торлаҡ шарттары яҡшыртыла. Ә вуз-ара студент кампусы төҙөлөүе республикала фән үҫешенә тағы ла бер этәргес булып тора.



