Өфөлә курсант сығарылыш тантнатаһында һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны

Хәрби тормош һәм романтик күренеш. Өфө фән һәм технологиялар университетының Хәрби әҙерлек үҙәге курсанттарының береһе сығарылыш тантнатаһында һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Йәмғеһе хәрби үҙәкте 60-тан ашыу курсант тамамланы. Артабан уларҙы нимә көтә? Яуап киләһе яҙмала.

Тигеҙ сафта улар һуңғы тапҡыр университет плацынан үтә. Имтихан, парадтар, хәрби әҙерлек - 5 йыллыҡ уҡыу артта ҡалды. Алда курсанттарҙы Оборона министрлығы менән 3 йыллыҡ контракт һәм хәрби хеҙмәт көтә. Тантанала егеттәр хәрбиҙәрсә йыйнаҡ, ә бына әсәләр күҙ йәштәрен тыя алманы.

Тантанала курсанттарға диплом ғына түгел, тәүге юғары хәрби дәрәжә лә тапшырылды. Әҙерлекты уңышлы үткән егеттәр уҡыу йортон лейтенанттар булып тамамлай. Бөгөндән улар офицер. Ошо көндәрҙә улар илдең Һауа-йыһан көстәренә ҡараған хәрби частарға оҙатыласаҡ. География киң: егеттәр Калининградтан Сахалинға тиклем, хатта Төньяҡ флотта хәрби хеҙмәтен башлаясаҡ.

Тантананы сығарылыш курсантының романтик аҙымы тағы ла биҙәне. Станислав Жигальский һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Ҡыҙ оҙаҡ уйлап тормай, ризалашты. Йәштәрҙең икеһенә лә 23 йәш, Алина Акирова ла бөгөн генә медицина университетын тамамлаған. Быға тиклем йәштәр бер йыл дуҫлашып йөрөгәндәр.

Тәҡдим тураһында күптән уйлай инем. Балдаҡты ике ай элек үк һатып алдым. Башҡа идеялар ҙа бар ине, тик мин тәҡдимде ата-әсәләр, уҡытыусыларым, офицерҙар алдында эшләгем килде.

Станислав Жигальский, Хәрби әҙерлек үҙәгенең сығарылыш курсанты

Көтмәгәйнем. Тулҡынландым, әлбиттә, шундуҡ күҙгә йәштәр тулды. Мин уны ныҡ яратам һәм уның менән бөтә ғүмеремде бәйләргә уйлайым.

Алина Акирова

Туй көнө әлегә билдәһеҙ. Алғы йылдарҙа Станиславтың төп бурысы - хәрби хеҙмәтте тамамлау. Ә бөгөнгө икеләтә бәхетле көн уларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Рәзилә Ғилметдинова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ