Баймаҡта Иҙелбай ауылынан булған яҡташтар осрашты

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!». Баймаҡ ҡалаһының төньяғында урынлашҡан «Түңәрәк һаҙ»ҙа сығыштары Иҙелбай ауылынан булған яҡташтар осрашты. Уларҙың күрешеү шатлығын БЮТ ижади төркөмө уртаҡлашты.

200 йыллыҡ тарихлы Иҙелбай ауылына Иҙелбай Астыров нигеҙ һала. Ҡыҙғанысҡа күрә, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ул бөтә. Күбеһе Баймаҡ ҡалаһының Кәкреауыл биҫтәһенә күсенә. Байрамға илдең төрлө төбәктәренә таралышҡан ауылдаштар йыйылды. Улар үҙҙәренең тарихын барланы, туғандары менән осрашып аралашты.

Сараны ойоштороусы инициатив төркөм әүҙем эшләне. Ауылдың тарихы, унда йәшәүселәр тураһында бик бай мәғлүмәт тупланы. Кәкреауыл халҡы йорт -ҡураһын рәтләп мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, ҡырҙа йәшәүсе туғандарын ҡаршы алыу өсөн ентекле әҙерләнде. Байрам көндө «Түңәрәк һаҙ» йәйләүенә тирмәләр ҡорҙо, ҡаҙандарҙа аш беште. Байрамда иң йәш, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән өлгөлө ғаиләләр, сараны ойоштороуға тос өлөш индереүселәр тәбрикләнде.

Һауа торошоноң ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштар байрамы юғары кимәлдә үтте. Балалар менән бер рәттән ололар ҙа милли һәм спорт уйындарында теләп ҡатнашты. Халыҡ таланттарынан төҙөлгән концерт көслө алҡыштарға күмелде. Күмәк көс менән әҙерләнгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» үҙенең төп маҡсатына иреште.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ