«Мин һине яратам, Өфө!» фильмы прокатҡа быйыл ноябрҙә сығасаҡ

Был турала бөгөн киноальманахҡа арналған конференция барышында белдерелде. Журналистар, актер һәм кинотәнҡитселәр һорауҙарына фильм режиссерҙары Айнур Асҡаров һәм Айҙар Аҡманов яуап бирҙе. Фильм Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Съемкалар баш ҡаланың төрлө өлөшөндә ойоштролған. Драма һәм комедия жанрҙарында төшөрөлгән кинотаҫма 8 өлөштән тора. Һәр тарих Өфө халҡы, шәхси мөхәббәт тарихтары, милли үҙенсәлектәр тураһында һөйләй.

Тарихтар төрлө йәштәге мөхәббәт тойғоһона арналған. Йәғни, унда тәүге, урта йәштәрҙәге һәм оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар һөйөүе күрһәтелә. Шуға ла фильм балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанам.

Айнур Асҡаров, «Мин һине яратам, Өфө!» фильмының художество етәксеһе һәм режиссеры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ