Быйыл реалити-шоу Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Телепроект мәҙәни традицияларҙы, халыҡ кәсептәрен һаҡлауға, шулай уҡ үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында, тыуған ергә һәм телгә һөйөү тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған ете егет ике аҙна эсендә халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәрҙән оҫталыҡ дәрестәре алып, үҙҙәрен һынап ҡараясаҡ.
Проект сентябрь, октябрь айҙарында тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Реалити-шоу аҙағында телевизор ҡараусылар интерактив тауыш биреү юлы менән иң лайыҡлы егетте һайлаЙ. Еңеүсегә төп бүләк - башҡорт тоҡомло ат!






