Балалар телевидениеһына тоғролоҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гөлфиә Раянова ярты быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне. Ул 27 йыллыҡ хеҙмәтен «Тамыр» телеканалында балаларға йөкмәткеле тапшырыуҙар эшләүгә арнаған. Тырыш, яуаплы хеҙмәткәрҙең шатлығын хеҙмәттәштәре һәм яҡындары менән бергә БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Гөлфиә Инҡлап ҡыҙы «Тамыр» һуҡмағынан теүәл егерме ете йыл алтай. Юбилей көнөндә тулҡынланыуы аңпашыла. Оҫта сценарист, балалар булмышын яҡшы тойоусы журналист бөгөн коллегаларынан ихлас ҡотлауҙар һәм тәбрик һүҙҙәре ҡабул итә.
Гөлфиә Раянова хеҙмәт юлын кескәйҙәр өсөн «Сәңгелдәк» тапшырыуына сценарийҙар яҙыуҙан башлай.Башҡаларҙы ҡабатламаған сюжеттар, һутлы тел менән яҙылған оҫта әңгәмәләр тамашасы һөйөүен яулай. Уға иң ҙур музыкаль проект»Сулпылар»ҙы ла ышанып тапшыралар. Тәжрибәле хеҙмәткәр»Тамыр»телеканалы ойошторған балалар өсөн хәйриә концерттарының яуаплы мөхәррире вазифаһын да башҡара. Әҙерлек, төшөрөү-монтажлау процесын аныҡ ойоштора, телеконкурстың географияһы киңәйә, ҡатнашыусылар кимәле яҡшыра.
Һынлы сәнғәт буйынса «Семәр» конкурс-танып белеү программаһы йәш тамашасыларҙан тыш, профессионалдарҙа ла танылыу яулай. Бөгөн ул популяр «Әлләсе»телеуйынының мөхәррире.Гөлфиә Раянованың һәр тапшырыуы композицион бөтөнлөк, видео һәм тауыш рәтенең гармонияһы, профессиональ монтажы менән отошло. уның мөхәррирлегендәге күп программалар бөтә Рәсәй конкурстарында да еңеү яулаған.
Гөлфиә Раянова.әсәһе Сәүиә Нурғәле ҡыҙының: «Ерҙә һәр кемдән яҡшы эҙ ҡалырға тейеш» тигән тәрбиә нигеҙҙәренә тянып ғүмер кисерә, ижад итә балалар, йәштәрҙе зәңгәр экрандар аша тәрбиәләй .
Ергә фәрештәләр төшкән көнөндә яҡындары, коллегаларының ихлас ҡотлауҙары һәм теләктәре мөхәрриргә һынмаҫ ҡанаттар ҡуйҙы, яңынан-яңы проекттарға дәртләндерҙе.
Гүзәл Борханова






