Оҙайлы ямғырҙар һөҙөмтәһендә һыуһаҡлағыстар тулған

Көнъяҡ райондарҙағы яуым-төшөмдән һуң Ағиҙел, Инйәр, Эҫем, Әй, Йүрүҙән йылғалары ташты. Ағиҙел ике ярым, ә Өфө йылғаһы 2 метрға тиклем күтәрелде. Һөҙөмтәлә Павловка һыуһаҡлағысы уртаса секундына 1200 кубометрға тулыланды. Шул уҡ күләмдә һыу быуанан ырғытыла килде. Йомағужа һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстары ла секундына 800 кубометр һыу ебәреп торҙо. Әле йәйге ташҡын кәмеүгә табан бара.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ