Май айында ғына 5 мең 900-ҙән ашыу займ теркәлгән. Былтыр тәүге биш айҙа республика халҡы автомобиль һатып алыу өсөн 16 миллиард һум кредит алһа, быйыл ошо осорҙа банк бурысҡа теүәл ике тапҡырға күберәк аҡса биргән. Машиналарға хаҡ күтәрелеүгә бәйле, алынған кредит күләме лә арта ғына. Уртаса 1 миллион 300 мең һум. Үҙ сиратында айлыҡ түләүҙәр ҙә арта. Уның күләмен кәметеү өсөн халыҡ кредиттарҙы оҙайлы ваҡытҡа ала башлаған.






