Архитектур объект Сухум ҡалаһындағы Мөһәжирҙәр яр буйындағы колоннада күсермәһе буласаҡ. Уның Ағиҙел яры буйында Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында урынлашыуы осраҡлы түгел. Колоннада Абхазия менән тығыҙ хеҙмәттәшлек, төбәккә ихтирам символы һәм баш ҡаланың сираттағы үҙенсәлекле урыны булыр, тип көтөлә. Ул быйыл Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар барышында асыласаҡ.
Буласаҡ колоннаданың тәүге ташын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания былтыр Республика көнөндә һалды. Уның эсендә дуҫтарса мөнәсәбәттәге төбәктән килтерелгән тупраҡ та бар. Ике республика араһында бәйләнеш үткән быуаттың 20-се йылдарҙа уҡ башлана. Аслыҡ ваҡытында Абхазия Волга буйы төбәктәренә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә.Ә Бөйөк Ватан һуғышында күп кенә һалдаттар ундағы госпиталдәрҙә дауаланыу үтә. Ә 90-сы йылдарҙа Башҡортостан үҙ сиратында Грузия-Абхазия конфликты ваҡытында гуманитар ярҙам ебәрә, урындағы халыҡҡа мәғариф һәм медицина ярҙамы күрһәтә.






